“Башҡортостан-24” муниципаль телевизион каналында барған “Өфө ваҡыты” тапшырыуының сираттағы сығарылышы эфирға сыҡты. Заманында шығрым тулы залдар йыйған, Мәжит Ғафури исемендәге театрҙы яңы кимәлгә күтәргән актриса Нурия Ирсаеваның исеме хәҙер легендаға әйләнде, тиһәң дә хата булмаҫ. Тере легенда менән тура эфирҙа осрашып әңгәмәләшеү, тамашасыларҙың уның менән телефон аша бәйләнешкә сығып, туранан-тура аралашыуы, спектаклдәренән өҙөктәр күрһәтелеүе, ғүмерлек сәхнәләш партнеры Фидан Ғафаров менән башҡарған парлы йыры яңғырауы эфирҙы биҙәне. Башҡортостандың, Татарстандың, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Өфөнөң почетлы гражданы Нурия Ирсаева менән әңгәмә 30 сентябрь, йома, киске 7-лә үтте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүщәмбе кис 19 сәғәттә, шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны — +7-(347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.