“Башҡортостан-24” телевизион каналында эфирға сығып килгән “Өфө ваҡыты” тапшырыуының сираттағы сығарылышы үтте. Өфөнөң почетлы граждандары араһында билдәле әҙип, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы, публицист Рәшит Шәкүр ҙә бар. Бар ғүмерен тыуған еренең тарихына, топонимикаһына, фольклорына арнаған абруйлы шәхес тапшырыуҙа үҙенең тормош юлын, ижади үҫештәрен, асыштарын, өйрәнгән йүнәлештәрен ентекләп һөйләне. Халыҡ шағирының ҡыҙҙары ла шулай уҡ атаһының юлын һайлап, Башҡортостан әҙәбиәтенә һәм фәненә үҙ өлөштәрен индергән. Билдәле шағир, ғалим, фән һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Закир улы Шәкүр менән әңгәмә 14 октябрь кисе, 19 сәғәттә эфирға сыҡты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны — +7-(347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.