“Башҡортостан-24” телевизион каналында “Өфө ваҡыты” тапшырыуының сираттағы, 7 октябрь сығарылышы үтте. http://gtrk.tv/proekty/ufimskoe-vremya Тура эфир студияһына яҡынлашып килгән 75 йәшлек юбилейы айҡанлы данлыҡлы актер, йырсы, РСФРС-ҙың, Башҡортостан, Татарстан Республикаларының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры, Өфөнөң почетлы гражданы Фидан Ғафаровты саҡырҙыҡ. Бөйөк ижадсы менән уның бенефисына әҙерлек, йәшлек йылдары, йондоҙло ролдәре тураһында һөйләштек. Тапшырыуға шылтыратыусы телевизор ҡараусылар уның йәшәйеше менән ҡыҙыҡһынды, илдең бөгөнгө хәленә ҡарата фекере менән ҡыҙыҡһынды, ролдәре өсөн рәхмәттәрен еткерҙе. Ватсап-хәбәрҙәре лә уҡылды. Шулай уҡ эфир ваҡытында Фидан Ғафаров башҡарыуында йырҙар яңғыраны, спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны — +7-(347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.