Өфө ваҡыты" 1 декабрь: Башҡортостан артистары Өфө һәм республика сәхнәһендә

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.
  • Өфө ваҡыты" 1 декабрь: Башҡортостан артистары Өфө һәм республика сәхнәһендә

“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналындағы “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышында һүҙ башҡорт эстрадаһы, уны үҫтереү, яңы проекттар тураһында барҙы. Республикаға бөгөн гастролдәр менән ситтән килеүсе артистар, ижади төркөмдәр күбәйә. Әлбиттә, был яҡшы күренеш. Әммә, миҙалдың икенсе яғы хаҡында уйларға ваҡыт. Сәхнәнән тамашасыларға арзан мәҙәниәт бирелә. Килеп тыуған хәлдән сығыуҙың төп юлы – башҡорт эстрадаһын үҫтереү. Билдәле режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Ишемйәрова менән киске һөйләшеү ошо хаҡта булды. Бөгөн милли эстраданың киләсәге айырым программа, айырым финанслау буйынса алып барылыуы фарыз. Эксперттар ошо фекерҙә. Киләһе йылдан, мәҫәлән, башҡорт артистарына сәхнәләрҙе ҡуртымға биреүгә хаҡ төшөрөлә. Әлегә был тәүге аҙымдарҙың береһе генә.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.