Транспорт сәғәте

Тулыраҡ: Транспорт сәғәте

“Транспорт сәғәтендә” Республиканың транспорт һәм юл инфрастуктураһын үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде. Хөкүмәт ағзалары, ведомство предприятиелар һәм муниципалитет етәкселәре видеокәңәшмә режимында фекер алышты. Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров “Транспорт сәғәттәрен айына бер тапҡыр үткәреп көнүҙәк бурыстар үтәлешен контролдә тотоу бурысын ҡуйҙы. “Башҡортостан биләмәләре киң, юлдар оҙонлоғо буйынса беҙ Рәсәйҙә икенсе урында. Шуға ла транспорт мәсьәләһе төбәк өсөн ҙур әһәмиәткә эйә”, — тип белдерҙе Радий Фәрит улы.