Транспорт сәғәте

Тулыраҡ: Транспорт сәғәте

Төбәк башлығы Радий Хабиров үткәргән “Транспорт сәғәте”-ндә был юлы Ағиҙел аръяғы һәм Өфө йылғаһы аръяғында урынлашҡан тораҡ пункттарҙы һыу менән тәьмин итеү проектының бойомға ашырылыуы тикшерелде.Ултырышта билдәләнеүенсә, был биләмәләрҙә йәшәүселәр һыуҙың сифатына зарлана. Эсәр һыу бик тәрәндә урынлашҡан, етмәһә ул бик ҡаты. Мәсьәлә бик көнүҙәк, шуға ла уның буйынса тағы ла бер осрашып һөйләшергә килешелде.