Транспорт сәғәте

Транспорт сәғәте

Өфөлә “Транспорт сәғәтендә” республика юлдарында яңы камералар һәм ауыр йөк комплекстарын ҡуйыу мәсьәләһе тикшерелде. Ауыр йөк комплекстары юлдарға баҫымды кәметергә һәм уларҙы файҙаланыу ваҡытын оҙайтырға ярҙам итәсәк. Бынан тыш, быйыл 56 юл киҫелешендә юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәүсе яңы стационар камералар ҡуйыла. Улар авариялар йыш теркәлгән урындарҙа юлдағы хәлде күҙәтәсәк. Республика башлығы Радий Хәбиров транспорт һәм юл хужалығы министрлығына ауыр йөк комплекстарын урынлаштырыу өсөн урындар билдәләргә, фото һәм видео теркәү камераларының эшен яҡшыртыу өлкәһендә иң яҡшы эштәрҙе өйрәнергә ҡушты.