Документҡа ярашлы, тиҙ боҙолоп барған юлдарҙың һәм күперҙәрҙең айырым өлөштәрендә транспорттың ауырлығын үлсәү системаһын үҫтереү, өҫтәмә юл билдәләрен һәм камералар ҡуйыу ҡарала. Йөк ташыусылар менән юридик эште яҡшыртыуға ла иғтибар бермә -бер артасаҡ. 1 сентябрҙан улар тураһындағы тулы мәғлүмәт йөк ташыу тураһында электрон документтарҙың дәүләт мәғлүмәт системаһына ла ҡуйыласаҡ.
Транспорт сәғәтендә шулай уҡ Өфө-Стәрлетамаҡ өлөшөндә Р-240 трассаһына бәйле мәсьәлә лә күтәрелде. Бында Стәрлетамаҡ янында урау юлды төҙөкләндереү эштәре бара. Бынан тыш, Өфөнән Стәрлетамаҡҡа тиклем яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыласаҡ. Ултырышта шулай уҡ Өфөлә Затон күперен ремонтлау ҙа ҡаралды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, был бик ҙур, халыҡ өсөн мөһим проект.







