Бер-нисә минут элек Республика Йортонда Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығында кәңәшмә тамамланды. “сәләмәтлек сәғәте” сиктәрендә уҙғарылған ултырышта төбәктең медицина тармағындағы көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Иғтибар үҙәгендә, әлбиттә, Сибай.
Ҡалалғы экологик хәл менән бергә урындағы халыҡтың сәләмәтлеге. Радий Хәбиров ошо йәһәттән айырым бурыстар билдәләй. Сибайға айырым йүнәлешле 14 табип ебәрелһә, яҡын арала махсус бригадалар һанының тағы ла артыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта, республиканың көньяғындағы сәнәғәт үҙәгендә балалар табиптары, пульмонологтар һәм аллергологтар ҙа барасаҡ.
Ҡалала йәшәүселәр кисә дауаханаларға күпләп килгән. Бер көндә генә табиптар 353 кешене ҡабул иткән. Урындағы карьерҙан сыҡҡан төтөн граждандар сәләмәтлегенә ҡурҡыныс менән янамай. Был турала һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева Сибайҙан видеселектор бәйләнеш аша белдерҙе.