Сибай ҡалаһынан балаларҙың тағы ла бер төркөмө Ҡырымға ял итергә барырға әҙерләнә. Улар 10-сы мартта оҙон юлға сыға. Әле иһә Сибайҙан 250-гә яҡын бала ярым утрауҙа һаулығын нығыта. Һалҡын Башҡортостандан – йылы Ҡырымға. Сибай ҡалаһында йәшәүсе 250 бала ял итергә китте. Уларҙың күбеһе ярым утрауҙа беренсе тапҡыр. Ҡырым балаларҙы яҡты ҡояш, асыҡ күк көмбәҙе менән ҡаршы алды. Беҙҙә 9 градус һалҡын булһа, унда 9 градус йылы. Ҡырым шифаханаһына 6 йәштән алып 11 йәшкәсә малай-ҡыҙҙар килгән. Кескәйҙәрҙең һаулығын нығытыу тәү бурыс, ти табиптар. Сибайҙан килгән балалар Евпаториялағы „Мечта„ шифаханаһында дауалана. Саф һауа һәм диңгеҙ уҡыусыларҙың һаулығын тиҙ арала нығытыр, тигән өмөттә табиптар. Уҡыусылар ике урынлыҡ, йәшәү өсөн бар уңайлыҡтары ла булдырылған бүлмәлә тора. Ял итеп, сәләмәтлеген нығытырға килгән кескәйҙәрҙе файҙалы, витаминдарға бай йәшелсәнән әҙерләнгән салаттар, аш, еләк-емеш менән һыйлайҙар. Шулай ҙа иң оҡшағаны – ит, ти башҡорт балалары. Ярым утрауҙа уҡыусылар ике аҙна буласаҡ, аҙаҡ улар урынына өлкәнерәктәре – 11-ҙән 16 йәшкәсә үҫмерҙәр килеүе көтөлә. Йылы, ҡояшлы Ҡырым Башҡортостан балаларын нисек кенә ҡунаҡсыл ҡабул итһә лә, тыуған яҡ һағындырып та өлгөрҙө, ти ял итеүсе балалар төркөмө етәксеһе Наилә Зәйнуллина. Ял итеп дауаланған мәлдә уҡыусылар дәрестәрҙе лә онотмай. Улар өсөн махсус уҡыуҙар ойошторолған. Сибай балаларын ял итеп ҡайтҡас, һөйөнөслө хәбәр көтә. Ҡалала каток эшләй башланы. Асылыуына аҙ ғына ваҡыт үтһә лә, ул ҡала халҡының яратҡан ял итеү урынына әйләнде. Әйткәндәй, Сибайҙа көкөрт диоксиды миҡдары тикшерелеп, халыҡҡа ошо турала даими хәбәр ителеп тора. Күрһәткестәр һауа шарттарына ҡарап үҙгәрә. Әйтәйек, иртән ул аҙ ғына күберәк булһа, бер ни тиклем ваҡыттан нормаға инә.
Алтын, көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ил яҡшы
Тулыраҡ: Алтын, көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ил яҡшы