Ҡуйы төтөн сәбәпле Сибайҙа мәктәптәрҙә карантин индереү мәсьәләһе бөгөн хәл ителеүе ихтимал. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов белдерҙе. Ниндәйҙер ҡәтғи сара тураһында һүҙ бармай. Мәктәп уҡыусыларына тәнәфестәр ваҡытында урамға сығыуҙы тыйырға ғына тәҡдим ителә. Һауала көкөрт диоксиды менән көкөрт водороды миҡдарының сиктән ашыу кимәле теркәлмәгән.
Был хаҡта бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Сибай ҡалаһы бүлексәһе хәбәр итте. Иҫәпләүҙәр тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Ҡала хакимиәтендә иртән үткән сираттағы брифингта экологик хәл торошона баһа бирелде. Тау-байыҡтырыу комбинатында әлеге мәлдә карьерға һелтеле һыу тултырыуға әҙерлек эштәре бара. Зарарлы һауа сәбәпле сәләмәтлегенә зыян килгән кешеләр табиптарҙың даими күҙәтеүе аҫтында. Үткән тәүлектә белгестәр 182 кешегә ярҙам күрһәткән. Бер үк ваҡытта Ҡырым шифаханаларына юлланасаҡ балаларҙың исемлеге төҙөлә.
Табиптар киҫкен респиратор инфекциялар ҡыҙған осорҙа балаларҙы поликлиникаға килтермәүҙе үтенә. Шифахана-курорттарҙа дауа алыр өсөн тейешле документтар тултырыу исемлектәргә ярашлы, саҡырыу буйынса алып барыласаҡ. Сибай хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов кешеләрҙе социаль селтәрҙәрҙә ҡалала һаулыҡ һаҡлау белгестәре эше тураһында таратылған ялған мәғлүмәттәр тураһында иҫкәртте.