Әле Сибайҙан 250 бала Ҡырымдың Евпатория ҡалаһында сәләмәтлеген нығыта. Бөгөн уларҙың етәксеһе Наилә Имөхәммәтова «Рәсәй-Башҡортостан» каналының тура эфирҙа барған «Хәйерле иртә,республика» тапшырыуы студияһы менән телефон аша бәйләнешкә сыҡты. Уның әйтеүенсә,балаларҙың күңеле күтәренке,ял һәм дауалау процедуралары юғары кимәлдә ойошторолған.