Ҡеүәтле, заманса, өлгөлө һәм өмөтлө

Тулыраҡ: Ҡеүәтле, заманса, өлгөлө һәм өмөтлө

Авиация двигателдәре эшләү һәм етештереү буйынса Рәсәйҙә иң ҙур предприятиелар иҫәбендәге Өфө моторҙар эшләү берекмәһен Радий Хәбиров шулай тип баһаланы. Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы предприятие етәкселәре һәм эшселәр менән осрашып предприятиеның маҡсаттары менән ҡыҙыҡһынды.

185-се етештереү-технология цехы Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә иң яңыларҙың береһе. Бында импорт алмаштырыу программаһына ярашлы вертолет двигателдәре компоненттары етештерелә. Цех 2018 йылдың декабренән тулы ҡеүәтенә эшләй. Дәмил Абдуллин заманса станоктар операторы. Цехта 2017 йылдан. Силәбе аграр инженер академияһында ситтән тороп белем ала. Заман талаптарына тап килгән ҡатмарлы йыһаздар менән эш итергә иһә предприятиеның махсус уҡыу үҙәгендә өйрәнгән. Бурыстар үтә лә яуаплы, ти йәш хеҙмәткәр. Етештереү-технология үҙәгендә заманса юғары технологик талаптарға яуап биргән 52 ҡоролма ҡулланыла. Тауар етештереү күләме сериялы сығарылышты тәьмин итә, күләмде артабан арттырыу мөмкинлеге бар.

Радий Хәбировты етештерелгән тауарҙың юғары сифаты ғына түгел, эшселәрҙең хеҙмәт шарттары ла ҡыҙыҡһындыра. Яҡшы ойошторолған, теүәл эш һәм уңайлы, юғары кимәлдәге эш урындары тик ыңғай баһаға лайыҡ. Берекмәлә ошондай уҡ талаптарға ярашлы йәнә өс үҙәк булдырыу күҙ уңында тотола. Уларҙа 250 берәмек йыһаз ҡуйыу ҡаралған. Етди үҙгәрештәр двигателдәрҙе йыйыу цехында ла күҙәтелә.

Инсаф Мөфтәхов бында 1979 йылдан эшләй. Өйрәнсек булараҡ башлағайным, хәҙер цех етәксеһе урынбаҫары вазифаһындамын, ти тәжрибәле хеҙмәткәр. Һәр изделие бында ҡулдан йыйыла. Махсуслаштырылған йыһаздар файҙаланып иң бәләкәй деталдәрҙе тотош бер двигатель кимәленә тиклем йыйғас моторсылар уны һынау цехына оҙата. Юғары технологиялы тауар етештереүҙә инновация проекттарын яҡлауҙы берекмәлә авиация технологиялары технопаркы башҡара. Уның төп эшмәкәрлек даирәһе – етештереү инжинирингы – фәнни-тикшеренеү өлгөләрен ғәмәлдә ҡулланыу. Авиадвигателдәр төҙөүҙәге фәнни эҙләнеүҙәргә Өфө авиация-техник университеты студенттары йәлеп ителә.

Технопарктың яңы проекттарының береһе 2018 йылда Канада самолет эшләүселәре менән берлектә үтәлә. Инвестициялар күләме 60 миллион һум тирәһе. Бынан тыш  — яңы эш урындары. Башҡортостан етәксеһе берекмәне артабан үҫтереү маҡсатында республика яғынан ярҙам сараларын асыҡланы.

Теүәл бер йыл элек ил Президенты Владимир Путин: беҙҙә ошондай кимәлдәге етештереү ойоштороуға ҡайһы саҡ ышанырлыҡ та түгел, тип белдергәйне. Өфө мотор эшләүселәре ышаныстарҙы уңышлы эше менән нығыта. Киләсәктә гражданлыҡ авиацияһы өсөн двигателдәр эшләү мөмкинлеге лә ил етәксеһе ҡуйған диверсификация бурысын үтәү маҡсатында хәл ителә.