Башкортостан Башлығы ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров теракта һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашыуын белдерҙе.

Радий Хәбиров Мәскәү өлкәһендәге терактта һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

"Бөтә Башҡортостан менән Мәскәү өлкәһендәге "Крокус холл"да һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Зыян күреүселәргә һаулыҡ һәм бар ҡазаны еңеп сығырға көс теләйбеҙ. Башҡортостан һеҙҙең менән".

Хайуандарса теракт кешеләрҙең ғүмерен өҙҙө, бик күптәре яраланды. Был вәхшиҙәрсә енәйәтте ҡылғандар мотлаҡ язаланыр, тип ышанам.