Радий Хәбиров мәғариф министры Сергей Кравцов менән осрашты

Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәйҙең мәҫариф министры Сергей Кравцов менән осрашты.

Унда республиканың белем биреү системаһын үҫтереү, төбәктә күләмле федераль проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу тикшерелде. Һуңғы алты йылда республикала 48 яңы мәктәп, 67 балалар баҡсаһы төҙөлгән, 146 бина төҙөкләндерелгән, 700-гә яҡын белем биреү ойошмаһы яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған, ауылдарҙа 258 мәктәптә яңы спорт залдары барлыҡҡа килгән. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп, математика лицей-интернаты-иң мөһим объекттар исемлегендә. Быйыл мәктәптәрҙең автобус паркы 207 автобус менән тулыланды. Уҡыу йорттары нигеҙендә стоматология кабинеттары арта, уҡытыусылар һәм балалар баҡсалары тәрбиәселәренә гранттар менән ярҙам итәләр. Педагогтарға шифаханаларға юлламалар бирелә. Рәсәйҙең мәғариф министрлы белдереүенсә, барлыҡ йүнәлештәр буйынса Башҡортостан бик яҡшы һөҙөмтәләргә иреште һәм илдең күп төбәктәре уға тиңләшергә тырыша. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Радий Хәбировҡа министрлыҡтың “Маҡтаулы остаз” наградаһы тапшырылды. Ә федераль министр мәғариф системаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн республика етәкселеге исеменән Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Осрашыуҙа шулай уҡ Өфөлә Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина исемендәге Уҡытыусылар гимназияһын төҙөү проекты менән дә таныштырҙылар. Яңы уҡыу йорто нигеҙендә юғары уҡыу йорттары студенттары практика үтер, ошонда уҡ яңы белем биреү методикалары индерелер, тип көтөлә. Радий Хәбиров 2026-сы йылда республикала “Патриот” паркы нигеҙендә “Авангард” уҡыу-методик үҙәктәре етәкселәренең Бөтә Рәсәй кәңәшмәһен үткәрергә тәҡдим итте.