Башҡортостан Башлығының республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе республиканың алдағы йылдарға социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси үҫешен билдәләгән мөһим документ. Ул йәшәйештең барлыҡ өлкәләренә лә ҡағыла. Мөрәжәғәтнамәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамға төп урын бирелер, тип көтөлә. Сөнки әлеге мәлдең иң мөһим ваҡиғаһы - ул махсус хәрби операция. Башҡортостандан батальондар, контракт йә мобилизация буйынса яуға киткәндәр намыҫлы хеҙмәт итә. Яугирҙәргә һәм фронтҡа төрлө яҡлы ярҙам күрһәтеп, республика халҡы ҙур өлөш индерә. Башҡортостан башлығы парламентҡа йыл һайын мөрәжәғәт итә. Был Башҡортостан Конституцияһының 87-се статьяһы буйынса ҡаралған сара.
30-сы ғинуарҙа республика башлығы Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәт итәсәк
Был мөһим ижтимағи-сәйәси сараны "Башҡортостан 24" телеканалы тура эфирҙа күрһәтәсәк.







