Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

Тулыраҡ: Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

15 июлдән проекттың тәүге өлөшө, 1 сентябрҙән икенсе өлөшө башлана.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурсҡа ноябрҙә йомғаҡ яһау ҡарала. “Айыҡ ауыл” конкурсы райондарҙың ауыл биләмәләре араһында үткәрелә. Проектта айыҡ тормошто пропагандалаған чиновниктар, хәбәрселәр сәхнә йондоҙҙары ҡатнаша. Конкурс ваҡытында спиртлы эсемлектәр ҡулланыу һәм тәмәке тартыуҙы ҡанун нигеҙендә тыйыуға йүнәлтелгән ағартыу эшмәкәрлеге алып барыласаҡ. “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеүсегә 500 мең һум, икенсе урын алыусыға 250 мең һум, өсөнсө урын өсөн 150 мең һум аҡса биреләсәк. Был аҡса мотлаҡ ауыл биләмәһен үҫтереү өсөн тотонолорға тейеш. Бынан тыш, ойоштороу комитеты ҡарары менән финалға үткән 10 ауыл 30 мең һумлыҡ ярҙам ала.