Белгестәр фекеренсә, эскелек кәмеүе, тәү сиратта, «Айыҡ ауыл» конкурсын уҙғарыу менән бәйле. Былтыр, әйтәйек, спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыу 200 осраҡҡа аҙыраҡ теркәлгән.
Республика башлығы билдәләүенсә, Айыҡ ауыл конкурсы халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Алты йыл эсендә конкурстың приз фонды 250 миллион һумға еткән. Аҡсаға спорт һәм балалар майҙансыҡтары төҙөлә, парктар һәм йәмәғәт киңлектәре тәртипкә килтерелә.







