"Айыҡ ауыл" республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Бөрйәндәге Ғәҙелгәрәй ауылына һыу торбалары үткәреләсәк. Программаны бойомға ашырыу өсөн сығымдар Башҡортостан башлығының айырым фондынан алына.

Ошо турала Радий Хәбиров шәхсән белдерҙе.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, Ғәҙелгәрәй халҡы "Айыҡ ауыл" конкурсында әүҙем ҡатнашып, еңеү өсөн ҙур көс һалыусыларҙың береһе. Әммә улар социаль ярыштың айырым этаптарын үтә алмаған. Радий Хәбиров билдәләүенсә, тырышлыҡ ғәҙел баһаланырға тейеш.

"Айыҡ ауыл" конкурсы хәҙер федераль кимәлдә лә танылыу һәм яҡлау таба. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау минеистры Михаил Мурашко Башҡортостан тәжрибәһен республика тәжрибәһен башҡа субьекттарға өлгө итеп ҡуя. Быйылғы ярыштың төп бүләге өсөн 840 ауыл көрәш алып барҙы. Еңеүселәр исемлегендә Асҡын, Ейәнсура, Ҡалтасы, Ауырғазы, Краснокама райондары вәкилдәре бар.

Ә иртәгә иһә Бөрөлә "Айыҡ ауыл" республика конкурсы һәм уның һөҙөмтәләренә бәйле ҙур кәңәшмә үтә. Был ултырышта ошо проектта әүҙем ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, маҡсаттар билдәләнә.