Айыҡ ауыл

Тулыраҡ: Айыҡ ауыл

Республикалағы иң “Айыҡ ауылы” исеме март урталарында аталасаҡ. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы тарафынан уҙғарылған конкурс йәмәғәтселектә ҙур хуплау тапты. Быйылғы ярышта республиканың һәр районынан тиерлек ауылдар ҡатнашҡан. Ярыштың һайлап алыу өлөшөнә 47 райондан ауылдар сыҡһа, финалда ҡатнашыу хоҡуғы 15 биләмәгә бирелде. Беренсе урынды яулаусы ауылға 500 мең һум күләмендәге премия тапшырыла.