Бөгөн Дәүләт Йыйылышы Йортонда яңы етәксенең инаугурацияһы уҙҙы. Тантаналы сара шау-шыуһыҙ һәм ҙур дәрәжәле ҡунаҡтарҙың артыҡ күп булмауы шарттарында үтте. Радий Хәбировтың төбәктең күп милләтле халҡы алдында ант биреүе уның үҙ вазифаларын атҡара башлауын аңлата. Ҡанунға ярашлы, республика хөкүмәте вазифаларын ҡалдыра, ә яңы етәксе алдында юғары башҡарма органдың яңы составын тәғәйенләү бурысы тора. Радий Хәбиров хөкүмәт ағзаларының күпселеге үҙ урынында ҡаласаҡ тип белдерҙе.
Билдәле булыуынса, республиканың яңы етәксеһе күптән түгел үткән һайлауҙарҙа халыҡтың 80 проценттан ашыу тауышын йыйып ышаныслы еңеү яуланы. Рәсәйҙең иң ҙур һәм иҡтисади яҡтан ҡеүәтле төбәктәренең береһе менән ул киләһе 5 йыл дауамында етәкселек итәсәк.