Радий Хәбиров республиканың төняҡ-көнбайыш райондарына эш сәфәре барышында урындағы предприятиелар эше менән танышты

Тулыраҡ: Радий Хәбиров республиканың төняҡ-көнбайыш райондарына эш сәфәре барышында урындағы предприятиелар эше менән танышты

Башҡортостанда социаль учреждениеларҙағы ашнаҡсыларға иғтибар артасаҡ. Был турала республиканың төнъяҡ-көнбайыш райондарына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров белдерҙе. Тәү сиратта эш хаҡын арттырыу кәрәклеген әйтте төбәк етәксеһе. Ҡалтасылағы Краснохолмский ауылындә йәшәүселәр иһә Республика Башлығынан бассейн һораны. Урындағы халыҡ борсоған башҡа һорауҙарын да еткерҙе. Сәфәр барышында бер нисә предприятие эше һәм социаль объекттар менән танышты Республика Башлығы.