Мәғлүмәт-бәйләнештәр үҙәге мөмкинлектәре ҡала хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп ҡоралдарҙың береһе буласаҡ. Республика башлығы Радий Хәбиров башҡала буйлап эш сәфәре барышында Интеллектуаль видеокүҙәтеү системаhы эше менән танышты. Башҡала урамдарындағы йәмәғәт тәртибен меңгә яҡын видеокамера күҙәтә. Шуларҙың 178-ҙе Ленин урамын, 773-ө Ингорс биҫтәһендә урынлашҡан. Республика мәғлүмәт-бәйләнеш технологиялары үҙәгендә интеллектуаль видеокүҙәтеү комплекслы системаһы эше яйға һалынған. Үҙәктәге яңылыҡтар менән Радий Хәбиров ҡыҙыҡһына. Ҡала урамдары, күмәк ял майҙандарында камералар селтәрен ҡороу республика башлығының тәҡдиме. Йәмәғәт тәртибе һағы халыҡ именлеге һәм ҡала хәүефһеҙлеге өсөн мөһим. Башҡала хакимиәте башлығы фекеренсә, бындай камералар күмәк саралар ойошторолған “Ватан” паркында ла талап ителә. Цифра үҫеше министры иһә “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә күп фатирлы йорт ихаталарында ла видеокүҙәтеү урынлаштырыу яҡлы.
Калинин районының Инорс биҫтәһендә йәмәғәт транспорты өсөн 20 “аҡыллы” туҡталыш та интеллектуаль видеокүҙәтеү комплекслы системаһы сиктәрендә төҙөлгән. Бында транспорт йөрөшө таблоһынан тыш 112 хеҙмәтен ашығыс саҡырыу мөмкинлеге бар. Бушлай Wi-Fi, Интернетҡа инеү, USB-порты, диодлы яҡтыртҡыстар, ғәҙәттән тыш хәл осрағында белдереү ҡоролмаһы ҡуйылған. Заманса ҡорамалдар менән Инорстағы элекке туҡталыштар ҙа йыһазландырыласаҡ. Радий Хәбиров аҡыллы йыһаздарҙың эшен ғәмәлдә тикшереп ҡарай.
Инорс микрорайонында енәйәттәр һанын 20 процентҡа кәмегән Былтыр көҙ асылған йәмәғәт именлеге участка пункты хеҙмәткәрҙәре ла тәртип һағында. Пункт ҡарамағында 13 мең кеше, шуларҙың 3 меңе балалар. Нөктәлә балиғ йәшенә етмәгәндәр эше буйынса инспектор ҙа бар. Радий Хәбиров балалар һәм үҫмерҙәр араһында енәйәтселекте иҫкәртеү сараларын күрергә ҡушты. Йәш ғаиләләр күпләп фатир һатып алған яңы торлаҡ кварталында оҙаҡламай Өфөләге иң ҙур мәктәп төҙөлөшө башланған. Ул 1650 уҡыусыға иҫәпләнгән. Әлегә иһә бында өс ҡатлы бинала заманса балалар баҡсаһы әҙер. Республика башлығы музыка һәм физкультура залдарын, балаларға өҫтәмә белем биреү бүлмәләрен ҡараны. Бинаның айырым видеокүҙәтеү селтәре, янғын иҫкәртеү системаһы бар. Балалар баҡсаһы бөгөндән 15 төркөмгә 345 баланы ҡабул итергә әҙер.
Зауыҡлы биләмәләр йылында башҡаланың Беренсе май паркын төҙөкләндереү тамамланыу алдында. Биләмәлә “Ғашиҡтар аллеяһы” барлыҡҡа киләсәк. Радий Хәбиров фекеренсә, бындай парктар тотош республика өсөн юғары сифатлы ял майҙандары стандартын нығыта. Паркты ҡайтанан ҡороу ике этапта үтә. Төҙөүселәр яһалма һыу ятҡылығы, уның ярында концерт залы менән амфитеатр ҡорорға ниәтләй. Калинин районындағы Йылы күл дә республика башлығының иғтибарынан ситтә ҡалманы. Радий Хәбиров был биләмәне лә Өфө халҡының яратҡан ял урыны итеп күрергә теләй. Хакимиәт башлыҡтарына яр буйын нығытыу, күләмле төҙөкләндереү проектын әҙерләргә һәм эштәрҙе 2022 йылға тиклем атҡарып сығырға тәҡдим итә. Сипайлово биҫтәһендә Ҡашҡаҙан күлен таҙартыу эштәре иһә күптән бара.
Подряд ойошмаһы вәкилдәре белдереүенсә бөгөнгә күл төбөнән оҙаҡ йылдар йыйылған ләм һәм батҡаҡты 400 машинаға тейәп сығарылған. Бер ыңғай күл төбөн тәрәнәйтеү эштәре алып барыла. Төҙөүселәрҙең һәр хәрәкәте урындағы халыҡтың етди йәмәғәт күҙәтеүе аҫтында.
Күл буйын төҙөкләндереү һыу ятҡылығының тәбиғи үҙенсәлеген тергеҙеүҙе күҙ уңында тота. Бында һыу үҫемлектәре сәселә, микроорганизмдар үрсетелә, аэрация фонтандары ҡуйыла, ә яр буйында ағастар ултыртылып йәйәүлеләр һуҡмағы һалынасаҡ.
Күл төбөн таҙартыу эштәре махсус рәүештә ҡышын башҡарыла. Төҙөүселәр фекеренсә, был ысул тирә-яҡ мөхиткә зарарҙы кәметә һәм халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмай. Ҡашҡаҙан күлен тулыһынса төҙөкләндереү эштәре көҙгә тамамланыр, тип көтөлә.