Хаҡтар арта

Тулыраҡ: Хаҡтар арта

1-се июлдән үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Бигерәк тә ул пенсионерҙар, студенттар, водителдәр, үҙмәшғүллек менән булышҡандар һәм инвалидтарға ҡағыла. Ә иң ҙур ярҙамдарҙың береһен 16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр көтә. Улар 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Бер бүлмәле фатирҙа йәшәүсе Елена Ғәбидуллина тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләй. Өлкәненә 11, уртансыһына 4 йәш тула, ә кесеһенә йәш тә һигеҙ ай. 16 йәшкәсә 10 мең һумлыҡ түләү ғаилә өсөн ҙур ярҙам булған. Июлдә лә Ғәбидуллиндар уға ҙур өмөттәр бағлай.Түләүҙәр 1-се июлдән башлана. Бының өсөн ата-әсәләргә айырым ғариза яҙырға кәрәкмәй. Ҡарар Рәсәй Пенсия фонды мәғлүмәттәренә таянып ҡабул ителә. Июндә генә 21 миллион балаға ошондай түләү башҡарылған. Июлдә 3 йәштән 7 йәшкә тиклем балалары булған, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә лә айлыҡ 4 мең 894 һумды түләү дауам итәсәк. Был маҡсатта дөйөм 945 миллион аҡса бүленгән. Был айҙа тағы ла 70 мең ғариза тикшерелә һәм пособие билдәләнә.Шул уҡ ваҡытта, 1-се июлдән коммуналь хеҙмәттәр ҡиммәтләнә. Төбәктәргә ҡарап ул уртаса 2,4 проценттан 6,5 процентҡаса етә.Башҡортостанға килгәндә, беҙҙә бигерәк тә электр энергияһына — 5 процентҡа, һыу менән тәьмин итеүгә – 3 процентҡа, йылыға киткән энергияға – 3 процентҡа хаҡ арта. Ә бына халыҡ өсөн тәғәйенләнгән газға тарифтар үҙгәрешһеҙ ҡала. Пенсионерҙарҙың ҡайһы бер ҡатламдарына түләүҙәр индексациялана: бәлиғ булмаған балаларҙың опекуны йәки попечителе булғандарға, шулай уҡ эшләп йөрөгән пенсионерҙар эшләүҙән туҡтаһа, уларҙың пенсияһын индексациялау тергеҙелә. Йәғни, өҫтәмә түләү уртаса 3-4 мең һум була. Үҙгәрештәр 45 меңдән ашыу пенсионерға ҡағыла. Әйткәндәй, индексацияны юллау өсөн ғариза яҙып йөрөргә кәрәкмәй. Шуныһы ла мөһим, быға тиклем пенсияларын банк картаһына алған ололар 1-се июлдән Мир түләү системаһы картаһына алырға тейеш. Яңы шарттар ғәмәлғә инһен өсөн көҙгә тиклем ваҡыт бирелә.Дарыуға, аяҡ кейеменә һәм тәмәкегә маркировка мотлаҡ ҡуйыласаҡ. Был, тәү сиратта, уларҙы етештерелгәндән алып сауҙа кәштәһенә барып еткәнсе тиклем күҙәтеү өсөн эшләнелә. Йәғни, сара контрафакт әйберҙәр менән көрәшеү өсөн кәрәк. Әммә, кире яғы ла бар. Дарыу, аяҡ кейемен һәм тәмәкене маркировкалау өсөн махсус ҡорамалдар талап ителә. Йәғни, предприятиеларҙың сығымдары буласаҡ. Был иһә алда әйтелгән тауарҙарҙың ҡиммәтләнеүенә килтерәсәк, тип билдәләй белгестәр.Оҙаҡ йылдар мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр был ғәҙелһеҙлек менән көрәште. Дәүләт хеҙмәттәре һәм түләүҙәр алыр өсөн улар йыл һайын медицина тикшереүе үтеп, ошо турала белешмә тапшырҙы. 1-се июлдән инвалидтарға медицина справкаһын күрһәтергә кәрәкмәй. Быны тейешле органдар үҙҙәре эшләйәсәк. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ҡағылышлы тағы бер яңылыҡ. Автомобиль туҡталҡаларындағы урындарҙың 10 процентҡа тиклеме инвалидтар өсөн тәғәйенләнергә тейеш. Шуныһы, инвалидтар 2021-се йылға тиклем машинаһы тураһында мәғлүмәтте махсус реестрға индерергә бурыслы.Водителдәр медицина тикшереүен яңыса үтә башлай. Йәғни, водитель таныҡлығын яңыртырға йә алырға теләгәндәр өсөн ҡағиҙәләр ҡәтғиләшә. Хәҙер уларҙың бәүелен һәм ҡанын алкоголгә һәм наркотикҡа ентекләп тикшерәсәктәр. Был да медицина белешмәһе ҡиммәтләнәсәк тигән һүҙ. Ҡала һәм ҡала янында даими пассажирҙарҙы хеҙмәтләндергән бөтә йәмәғәт транспортына тахографтар ҡуйылырға тейеш. Исемлеккә автобус, маршруткаларҙан тыш, троллейбустар ҙа инә.Барлыҡ төбәктәр үҙмәшғүлдәр өсөн һалым индерергә хоҡуҡлы. Ҡанун, тәү сиратта, өлкәләрҙең бюджетын тулыландырыу маҡсатында һәм мотлаҡ медицина страховкалау фондына рәсми эшләмәгән кешеләр өсөн иғәнә индермәү өсөн ҡабул ителде. Бынан ары, үҙмәшғүл статусын 16 йәштән дә алырға мөмкин. 1-се июлдән 31-се декабргә тиклем эшләп йөрөгән граждандарға электрон йәки ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһен һайлап, эш биреүсене белгертергә кәрәк.Рәсәйҙә туристик миҙгел асыла. Балалар лагерҙары һәм шифаханалар эшләй башлай. Ә Башҡортостанда коронавирус таралыу сәбәпле был эш кисектерелеп торҙо. Республикала алкоголь һатыу ҡағиҙәһенә үҙгәреш индерелде. Спиртлы эсемлектәр менән хәҙер иртәнге сәғәт һигеҙҙән төнгө 11-гә тиклем сауҙа итергә мөмкин. Әммә, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты кәрәк булған осраҡта был ҡанунды үҙгәртә ала. Студенттарҙың практика үтеүен ойоштороу шарттары ла үҙгәреш кисерә. Был, тәү сиратта, уларҙың буласаҡ һөнәре буйынса белемен арттырыу өсөн эшләнә. Йәғни, практика ваҡытында студенттарға айырым эш йөкмәтеләсәк.