Яңы йыл алдынан аҙыҡ-түлектең айырым төрҙәренә хаҡтар арта

Тулыраҡ: Яңы йыл алдынан аҙыҡ-түлектең айырым төрҙәренә хаҡтар арта

Нисек кенә булмаһын, халыҡ байрам өҫтәленән баш тартырға йыйынмай. Яңы йыл табынына һәр хужабикә иң тәмле һәм үҙенсәлекле аҙыҡ әҙерләргә тырыша. Йола буйынса, салаттарҙан һәм ҡаҙ итенән тыш, байрам өҫтәлен күҙ алдына килтереүе лё ҡыйын.

Ҡала ресторандарының береһендә шеф-повар булып эшләүсе Александр Жуковтың ҡош итен әҙерләү буйынса үсенсәлекле рецепт менән бүлеште.Ҡаҙҙы тышҡы яҡлап тоҙлап, эсенә үҙең теләгән емеште тултырып әҙерләгәндән һуң 12 сәғәткә быҡтырырға ҡуйыу мотлаҡ. Тәғәйен ваҡыт үткәндән һуң, ҡош итен махсус ҡатнашма менән һылау талап ителә.180 градуслыҡ эҫелә бешкән ҡаҙҙы, махсус ҡатнашма менән кәмендә өс тапҡыр һылап сығыу талап ителә. Бар ҡағиҙәләрҙе лә иҫтә тотоп әҙерләгәндә өс сәғәт эсендә ҡаҙ әҙер була, ти аш-һыу оҫтаһы.

Яңы йыл табыны ни тиклем бай булһа, йыл да уңышлы үтә тигән юрау бар. Табынға ултыртыу өсөн ҡош-ҡорт итенән башҡа емеш-еләк, йәшелсә һәм башҡа төр ризыҡтар ҙа кәрәк. Был иһә үҙ сиратында ярайһы ғына сығым талап итә. Бигерәк тә байрам алдынан хаҡтарҙың күтәрелеүе кеҫәгә ныҡ һуға, ти хаҡлы ялдағылар.

Байрам алдынан хаҡтар артыуын хаҡлы ялдағылар, айырыуса, ныҡ тоя. Кибеткә барғандан һуң тотонолған аҡсаны һанау улар өсөн мәжбүри сара. Шуға күрә акция булған ерҙәрҙе ҡарарға тырышабыҙ, ти улар.Ҡайһы бер сауҙа нөктәләрендә емеш-еләктәрҙе хатта былтырғыға ҡарағанда ла арзаныраҡҡа алырға мөмкин.

Яңы йыл алдынан, киреһенсә, төрлө акциялар уҙғарып, халыҡты йәлеп итергә, уларға байрам кәйефе бүләк итергә тырышабыҙ, ти ҡайһы бер һатыусылар. Ҡайһы бер һатыу нөктәләрендә йомортҡаның ун данаһы өсөн 60-80 һум сығарып һалырға кәрәк. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, груша –өс, виноград – 14, әфлисун- 18 процентҡа ҡиммәтләнгән.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, декабрь айының беренсеһе яртыһында йәшелсә-емешкә, йомортҡа, тауыҡ итенә, һөт аҙыҡтарының ҡайһы бер төрөнә хаҡ артҡан. Шул уҡ ваҡытта, сауҙа үҙәктәрендә үткән акциялар хаҡты тотҡарларға ярҙам, итә ти белгестәр.