Был уҙған йылдар менән сағыштырғанда бер ярым тапҡырға күберәк. Шулай уҡ, ҡала һәм район майҙансыҡтарында 2 меңдән ашыу боҙ һындары һәм башҡа арт-объекттар урынлаштырыла. Район һәм ҡала биләмәләрендә Яңы йыл иллюминациялары 5 декабргә тиклем ҡуйылырға тейеш. Ошо ваҡытҡа яһалма шыршылар урынлаштырыла. Ә бына ысын шыршыларҙы 19 декабргә тиклем ултыртыу кәрәк һәм боҙ майҙансыҡтарын 22 декабрҙән ҡалмай асыу планлаштырыла. Яңы йыл байрамдары барышында 1 меңдән ашыу төрлө сара уҙғарыла. Уларҙа 300 мең бала ҡатнашыр тип күҙаллана. Мөмкинлектәре сикләнгән, етем ҡалған һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың балалары өсөн 17 меңдән ашыу саҡырыу тапшырылған.
Яңы йылға Башҡортостанда 378 километр оҙонлоғонан ашыу иллюминация ҡуйыласаҡ
Ошо турала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдерҙе.






