Был турала Хөкүмәт Йортонда үткән брифингта урман хужалығы министрлығы Марат Шәрәфетдинов хәбәр итте. Янғындың халыҡҡа хәүефе юҡ. Был хәл даими контролгә алынған. Урал аръяғына ут сығыу осраҡтарын күҙәтеү өсөн авиапатруль ебәрелә. Йыһандан да термонөктәләр буйынса күҙәтеү алып барыла. Башҡортостан биләмәһендә үткән аҙнала аномаль эҫелек һәм йәшендәр арҡаһында 62 урман янғыны теркәлгән, уларҙың 52-һенең сәбәбе – ҡоро йәшен. Иң күбе Белорет һәм Бөрйән райондарындағы урмандар зыян күргән. Әйткәндәй, урманда янғын һүндереүселәр менән бер рәттән ирекмәндәр ҙә ут менән көрәште.
Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығындағы янғын һүндерелгән
Тулыраҡ: Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығындағы янғын һүндерелгән