Урман хужалығы ла яһалма зиһенгә таяна

Республикала юғары янғын хәүефе режимы ғәмәлдә.
  • Урман хужалығы ла яһалма зиһенгә таяна

Хәлде контролдә тотоу өсөн урман хужалығы министрлығы өҫтәмә камералар ҡуя. Улар ярҙамында диспетчерҙар онлайн тәртиптә янғын сығанағын таба ала. Был манаранан барыһын да, шул иҫәптән Белорет районы биләмәһендәге урман янғындарын да күрергә мөмкин. Түбәһендә күҙәтеү камераһы ҡуйылған: ул 25 километр алыҫлыҡта төтөндө күрә ала. Ә унда яһалма зиһен булыуы диспетчерҙарға республиканың баш ҡалаһында уҡ янғын координаталарын 200 метрға тиклем аныҡлыҡ менән билдәләргә ярҙам итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Май аҙағына тиклем урманға йөрөү, үлән һәм сүп-сар яндырыу, усаҡ яғыу тыйыла. Тәртип боҙоу өсөн ҙур штрафтар, шулай уҡ административ һәм хатта енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Статистика буйынса, бөтә урман янғындарының 80 проценты тап Урал Аръяғы райондарына тура килә. Дистанцион күҙәтеү системаһы хатта бәләкәй генә усаҡты ла тиҙ билдәләй. Шулай итеп, экрандағы ҡыҙыл квадрат менән яһалма зиһен урман хужалығы министрлығы диспетчерына урманда төтөн сығыуы ихтималлығы тураһында хәбәр итә.

Быйыл видеомониторинг комплексын киңәйтеү һәм тағы ла 47 аҡыллы камера һатып алыу планлаштырыла. Ошо сәбәпле, янғын хәүефе һиҙелерлек кәмей. Бөгөн яһалма зиһен урмансыларҙың эшмәкәрлеген контролдә тотоуҙан алып, документтарҙы тикшереүгә тиклем күп мәсьәләләрҙә ярҙам итә. Цифрлы технологияны индереү 5 йыл элек үк башлана.

Төбәктең урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәренең эшен еңеләйтеү өсөн шулай уҡ чат-ботты эшләтеп ебәреү планлаштырыла. Ҡорамал йыш бирелгән һорауҙарға автоматик яуап биреү өсөн тәғәйенләнгән. Системаны бер нисә ай эсендә индереү мөһим.