Республиканың урман хужалығы министрлығы халыҡты һәм ҡунаҡтарҙы ваҡытлыса урмандарға сыҡмаҫҡа саҡыра. Сикләүҙәр ваҡытында урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған.
Башҡортостанда әле 6 урында урман янғындары менән көрәшәләр. Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, иң ҙур янғын Әбйәлил районында – бында 21 гектар урман яна. Тәбиғәт ғәрәсәте менән көрәшкә 100 кеше һәм 10 берәмек техника йәлеп ителгән.
Шулай уҡ, Учалы, Ейәнсура, Хәйбулла һәм Йылайыр урмандарында ут сығыу осраҡтары теркәлгән.







