Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр

Тулыраҡ: Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр

Башҡортостанда ҡаҙылма байлыҡтар менән ҡулланыу буйынса махсус комиссия булдырыласаҡ. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Баймаҡҡа эш сәфәре һөҙөмтәләрен барлап ошо хаҡта белдерҙе. Оператив кәңәшмә Ҡазандағы фажиғә ҡорбандарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды. Үткән аҙнала республика белем усаҡтары хәүефһеҙлеккә тикшереү үтте. Һөҙөмтә – мәғариф учреждениеларының ни бары 60 проценты ғына һаҡ аҫтында. Бигерәк тә ауыл ерендә был мәсьәлә киҫкен, Росгвардия хаҡтарҙы арттырыу сәбәпле күп ҡала мәктәптәре лә балалар именлеген “вахтерға” ышанып тапшырырға мәжбүр. Күҙгә күренмәгән хәүеф – вирустан һаҡланыу иһә мәктәптәрҙә яҡшы ойошторолған, ә бына медицина учреждениелары был һорауҙа битараф булғаны өсөн шелтә алды. Коронавирус менән сирләүселәр тәүлегенә 90 кеше тирәһендә һаҡлана, вакцинацияның коллектив иммунитет өсөн мөһим икәнен аңлау һәм халыҡҡа аңлатыу зарур. Был район-ҡала етәкселәре өсөн төп бурыс тип билдәләнде. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Башҡортостанға тағы ла 16 мең доза ҡайтарыла, улар араһында Рәсәйҙә теркәлгән өсөнсө төр вакцина “КовиВак” буласаҡ. Боррелиоз менән зарарлы талпандар кинәт артыуы халыҡ сәләмәтлегенә Лайма ауырыуы менән ҡурҡыныс янай. Быйыл 2 меңгә яҡын кеше медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән, бәхеткә әле ауырыу осраҡтары теркәлмәгән. Баймаҡ районына эш сәфәрен барлап Радий Хәбиров төбәккә иғтибар артыуын, тиҙҙән федераль программа ярҙамында яңы парк булдырыласағын, баш бәләһенә әүерелгән Труд стадионында йәйгә ремонт тамамланыуын анонсланы. Баймаҡта үткән кәңәшмәнән ҡайтҡан мөһим ҡарар файҙалыҡаҙылмалар менән ҡулланыу сәйәсәтендә бихисап яңылыҡтар вәғәҙәләй. Автомобилдәрен газон, тротуарҙа ҡалдырырға яратҡан водителдәр административ комиссияларҙың әүҙем эшләй башлауын үҙ кеҫәһендә тойоп өлгөргәндер. Йыл башынан 2 миллион ярым һумға квитанциялар яҙылған. Был эштең артабан да дауам ителәсәге билдәле.