Радий Хәбиров яңы йылды имен үткәреү бурысын ҡуйҙы

Башҡортостан муниципалитеттары етәкселәренә Рәсәй кимәлендәге "Йәштәр лидеры" премияһында даими ҡатнашырға тейеш.

Был турала республика башлығы Радий Хәбиров дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Төбәк етәксеһе шулай уҡ яңы йылға әҙерлектең юғары кимәлдә булыуын талап итә.

Башҡортостандың энергетика системаһы тотороҡло. Был тармаҡ республика өсөн стратегик әһәмиәткә эйә. "Башкирэнерго" йәмғиәте алдында торған төп бурыстарҙың береһе – Сибайҙы, шулай уҡ Өфөнөң яңы микрорайондарын энергия менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү. Предприятие субьекттың төп партнерҙарының береһе булып ҡала. Радий Хәбиров энергетиктарҙы һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, уларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Ә бына көндәлек мәсьәләләргә килгәндә, республикала коронавирус йоҡтороусылар күбәйә. Тәүлек эсендә Ковид-19 өлгөләре йәнә 70 пациентта табылған. Бынан тыш, грипп сәбәпле, карантинға ябылған мәктәптәр, балалар баҡсалары ла бар.

Статистикаға бәйле йәнә лә бер-нисә һан. Башҡортостанда уҙып барған йылда теркәлгән аварияларҙа 370 самаһы кешенең ғүмере өҙөлгән. Әммә, күрһәткестәрҙең кире яҡҡа артыуы бар.

Башҡортостандың барлыҡ махсус хеҙмәттәре тиҙҙән айырым режимға күсерелә. Яңы йыл байрамын имен уҙғарыу өсөн ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә дежурҙа торасаҡ. Раштыуа мәлендә юлдарҙы таҙартыуға ла айырым иғтибар булырға тейеш, тип иҫәпләй Радий Хәбиров.

Республика уҙып барған йылдың тәүге рәсми һөҙөмтәләрен дә атаны. Милли проекттарҙы бойомға ашырыу әлегә иң актуаль социаль программа. Федераль ярҙамға нигеҙләнеп, Башҡортостанда быйыл 137 фельдшер акушерлыҡ пункты сафҡа тапшырылған. Киләһе йылға ла субьект ошо йүнәлештә эште туҡтатмаясаҡ.

Башҡортостанда әле яңы йылға әҙерлектең төп өлөшө. Республика ҡала-райондарында боҙ ҡаласыҡтары асыла. Тик шуныһы, быйыл йылғаларҙа боҙҙоң аҙ булыуы ғына эште тотҡарлаған.

Был аҙнала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Мәскәүҙә буласаҡ. Республика етәксеһе Дәүләт Советы ултырышы һәм Рәсәйҙең сит ил эштәр министры Сергей Лавров етәкселегендәге ултырышта ҡатнаша.