Республика алғы һыҙыҡтағы яҡташтарға һәр саҡта ла ярҙам итәсәк. Бының өсөн мөмкинлектәр етерлек. Ошо хаҡта Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә, "Башҡортостан" полкында хеҙмәт итеүсе яугирҙәрҙең бер төркөмөнә наградалар тапшырыу барышында әйтте. Конвойҙар туплауҙа ҡатмарлыҡтар булмаясаҡ.
Өс йыл дауамында, туҡтауһыҙ хәрәкәттәге полк һәр саҡта алда. Командирҙарҙың береһе Александр Козоногов хәҙер хәрби наградаларҙан тыш, "Салауат Юлаев" орденын йөрөтәсәк.
Башҡортостандың йәнә бер еңеүе тураһында айырым әйтергә кәрәк. Республиканың урта махсус белем биреү йорттары федераль ярҙам ала. “Профессионолитет” программаһына ярашлы, колледждар 700 миллион һумлыҡ грант яуланы. Объекттарҙы ремонтлауға Башҡортостан үҙе 400 миллион һум өҫтәй.
Республиканың юл хужалығы һәм транспорт министрлығы бөгөн юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямауҙы тамамларға тейеш. Төп трассаларҙағы дефекттарҙы хәл итеү ведомствоның тәү бурыстары исемлегенән. Ошо хаҡта Радий Хәбиров етәкселегендә уҙған оператив кәңәшмәләрҙә даими еткерелде. Район-ара юлдарҙы ремонтлау өсөн тағы 2 аҙна ваҡыт бар.
Республиканың аграр субъект икәнлеген, тармаҡтың һәр ваҡытта иғтибарҙа булыуын оноторға ярамай. Башҡортостан бөгөн йылдың иң мөһим кампанияһы – сәсеүҙе йомғаҡлай. Дүшәмбегә баҫыуҙарҙың 95 процентында эштәр теүәлләнгән. Министр Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, был аҙнала “йәшел ураҡ” кампанияһына старт бирелә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың дүшәмбеләге ултырышта иғлан иткән белдереүҙәре айырым иғтибарға лайыҡ. Беренсе июндән Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса Рөстәм Шәрипов башҡара. Быға тиклем ул Хәйбулла районы хакимиәтен етәкләне. Был аҙнала Салауат Юлаев һәйкәленең артабанғы яҙмышы ла билдәләнде. Монументаль ҡоролма бронза һәм металлдан тулыһынса яңынан ҡойола.
Башҡортостан алдында торған тағы бер бурыс – Рәсәй халыҡтары уйындарын ҡаршылап, уны лайыҡлы уҙғарыу. Был турнирҙар сираттағы йәйге Олимпиадаға һайлап алыу этабы булып тора.







