Оператив кәңәшмәне Радий Хәбиров тәртибенә шарт килтереп уҙғарылған сараларға байҡауҙан башланы. "Хәтер баҡсаһы" сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 27 миллион кешенең һәр береһенең хәтеренә республика ла үҙ өлөшөн индереп 300 мең йүкә ултыртты. Православ христиандарҙың “Пасха” байрамы бөтә район-ҡалаларҙа ла ойошҡанлы үткән тигән баһа бирҙе төбәк башлығы. “Патриот” паркы үҫешенә бәйле кәңәшмәнән уны артабан үҫтереү һәм яңы объект төҙөлөш башлау хаҡында мәғлүм булды. 10-сы тапҡыр ойошторолған башҡорт теленән халыҡ-ара диктанттың юбилейлы сараһы буйынса айырым доклад булды. Быйыл унда 400 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан."Атайсал" проекты сиктәрендә Өфөлә уҙған "Ватан көсө" республика форумы йомғаҡтарын барлап кәңәшмәлә ҡатнашыусылар уның матди ғына түгел, иң мөһиме рухи көсөн баһаланы.
Йылдан йыл унда ҡатнашыусылар үҙҙәренең кесе ватанына ярҙам итергә теләүсе меценаттар һаны арта, улар күрһәткән ярҙамды аҡса менән үлсәгәндә 1 миллиард ярым һумға етә. Заман геройҙары – Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам ошо берҙәмлеккә төп дәлилдәрҙең береһе. Форум көнөндә "Торатау" Конгресс-Холлы янындағы майҙандан киткән сираттағы ылау ҙа шундай уҡ изге күңелле ярҙамсылар көсө менән йыйылғайны.Туризмға бәйле яңылыҡтар ҙа билдәләнгән бурыстар ҙа күп булды. Шишмәләге Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының бер айҙан визит үҙәге асыла, башҡорт аты үҙәге һәм этноауылға ла быйыл нигеҙ һалыу пландары бар. Торатау итәгендәге этноауыл иһә туристарҙы ҡабул итә башлаған, Радий Хәбиров бының менән менән генә туҡтап ҡалмаҫҡа кәңәш итте.Юл ремонты, уға бәйле тығындар, яҙғы иҙелеүсән юлды тапаусы йөк машиналары һәм уларҙы контролдә тоторға тейешле үлсәү пункттары тураһында һөйләшеү көсөргәнешле барҙы. Радий Хәбиров һуңғыларын тәртипкә һалып май аҙағына бөтә үлсәү пункттарын да асырға ҡушты.
Ҡатмарлы һауа шарттарына айырым иғтибар. Көслө ел арҡаһында зыян күргән мәктәптәрҙе тиҙ арала тергеҙеү бурысы, ә халыҡты тәбиғәт болалары хаҡында алдан иҫкәртеү йөкләмәһе еткерелде. Ауыл эшсәндәре лә быйылғы һауа торошо михнәттернә яраҡлашырға мәжбүр, сәсеү иртәрәк башланһа ла аҙна ярым ике аҙнаға һуңға ҡалып бара, ер йылынып өлгөрмәгән. Буласаҡ сараларҙан, ағымдағы аҙна тулыһынса тиерлек Бөйөк Еңеү тематикаһы менән бәйле. 9 май Өфөлә Парад ойошторола. Унда беренсе тапҡыр Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ – "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы яугирҙәре саф менән үтәсәк. Хәрби техника, самолеттар һәм вертолеттар осошо ла планлаштырылған.