Республикала йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәре тамамланып килә

Тулыраҡ: Республикала йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәре тамамланып килә

Өфө ҡала хакимиәтендә үткән ултырышта ла мәктәптәрҙәге санитар талаптар тураһында һүҙ барҙы. Быйыл баш ҡаланың 128 белем усағында 130 мең 125 уҡыусы парта артына ултыра. 15 меңдән ашыу бала беренсе классҡа бара. Мәктәптәрҙә пандемия шарттарында санитар талаптарҙы үтәүгә етди иғтибар биреләсәк. Республикала йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәре тамамланып килә. Мөһим миҙгелгә әҙерлек 15 сентябргә тулыһынса тамамланырға тейеш. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, Өфөлә юлдарҙы ремонтлау эштәре 50 процентҡа үтәлгән. Кәңәшмәлә шулай уҡ ҡала буйлап йөрөгән автобустарға бәйле хәлгә лә аныҡлыҡ индерелде. Яңыраҡ бер нисә килемһеҙ маршрут ябылғайны. Өфө ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин транспорт идаралығы етәксеһенә автобустар эшмәкәрлеген тикшерергә ҡушты. Оператив кәңәшмәлә, әлбиттә, коронавирусҡа бәйле хәл дә тикшерелде. Мәғлүмәттәр буйынса, Торатау Конгресс-холлында ғына 11 меңдән ашыу кеше вакцина эшләткән.