Ҡала хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә йылылыҡ менән тәьмин итеүсе һәм йылылыҡ селтәре ойошмалары етәкселәренә ғаризаларға ярашлы, ҡулланыусыларға йылы биреүҙе башлау бурысы йөкмәтелде. Биш көн дауамында уртаса тәүлек температураһы +8 градустан түбән булһа, йорттарға йылы бирелә. Был инде торбалар шунда уҡ йылына тигәнде аңлатмай, сөнки йылытыу ҡорамалдары йылынғансы өс тәүлек үтеүе ихтимал. Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжеты.
Өфө мэрияһында оператив кәңәшмә рәхмәт хаттары тапшырыуҙан башланды. Хакимиәт башлығы 11-се класс уҡыусыһы София Салангинаны Сочиҙа Халыҡ-ара олимпиадала еңеүе менән ҡотланы.
Оператив кәңәшмәлә һыу менән тәьмин итеү темаһына айырыуса ҙур иғтибар бүленде. Быйыл башҡаланың Өфө Аръяғында һыу үткәргес төҙөлөү башлана. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 13,5 миллиард һум йәлеп итеү планлаштырыла.
Көн тәртибендә беренсе көҙгө дөйөм ҡала өмәһенә йомғаҡ яһалды. Унда 54 меңдән ашыу кеше ҡатнашып, 500-ҙән ашыу берәмек техника йәлеп ителгән һәм 3 мең кубометр самаһы сүп-сар сығарылған.
Ҡала хакимиәте башлығы йылытыу миҙгелен башлауға етди иғтибар бирергә, халыҡтың мөрәжәғәттәренә тиҙ арала яуап бирергә саҡырҙы.
Ратмир Мәүлиев шулай уҡ Өфө Аксаков фестивале хаҡында иҫкә төшөрҙө һәм ҡала халҡын ошо күләмле сарала ҡатнашырға саҡырҙы.







