Өфөлә 5 мең 669 күп фатирлы йорт йылытыу миҙгеленә әҙер

Был турала ҡала хакимиәтендә уҙған матбуғат конференцияһында хәбәр иттеләр.

Бынан тыш, 600-ҙән ашыу социаль объектта ҡышҡылыҡҡа әҙерлек эштәре тулыһынса тамамланған. Был турала ҡала хакимиәтендә уҙған матбуғат конференцияһында хәбәр иттеләр. Өфөнөң йылытыу миҙгеленә әҙерлек паспорты Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына тапшырылған һәм имзаланған. Ҡалаға бөгөндән йылы бирергә мөмкин. Шулай ҙа, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Халыҡтың йылытыу миҙгеленә бәйле мөрәжәғәттәре өсөн былтыр асылған колл-үҙәк тә үҙ эшен дауам итә. Уҙған йылда 40 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән. Быйыл да 277-09-11 номеры буйынса Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә йылытыу мәсьәләренә ҡағылышлы һорауҙарҙы ҡабул итә.