Аҙыҡ-түлек, ҡулланыу тауарҙарына ҡытлыҡ булмаясаҡ, яһалма ажиотаж тыуҙырырға кәрәкмәй

Иҡтисад белгестәре Рәсәй валюта курсы үҙгәреү һәм санкциялар көсәйтелеүен тыныс ҡабул итергә саҡыра.

Аҙыҡ-түлек, ҡулланыу тауарҙарына ҡытлыҡ булмаясаҡ, яһалма ажиотаж тыуҙырырға кәрәкмәй. «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында иҡтисад белгестәре менән Рәсәй баҙарындағы һуңғы хәлдәргә анализ яһалды. «Иҡтисади Башҡортостан» тапшырыуы ҡунағы Наил Мырҙагилдин билдәләүенсә, ил иҡтисады был һаныуҙы 2014-се йылда лайыҡлы үтте һәм кәрәкле инструменттар тупланы, резерв запасы ла етерлек. Шулай ҙа, алдағы йылдарҙа электроникаға хаҡ артыуы ихтимал, сөнки уларҙың күпселеге Европанан һатып алына. Был тәү сиратта, машиналар эшләү, эре сәнәғәт предприятиеларына ҡағыла.