«Иҡтисади Башҡортостан» тапшырыуы ҡунағы билдәләүенсә, туристик суднолар быға тиклем Ҡазанға тиклем генә йөрөгән, был юлы маршрутты Өфөгә тиклем оҙайтырға ҡарар иткәндәр. Шуныһы ла мәғлүм, кәмендә 80 мең һум торған турҙар көҙ айҙарында уҡ һатылып бөткән. Ҡунаҡтарҙың күбеһе Башҡоростан менән яҡындан танышыу теләген белдергән, уларҙы бигерәк тә этнотуризм ҡыҙыҡһындыра, тип билдәләй туризм тармағы белгестәре.
Быйыл Өфөгә Ағиҙел буйлап бер нисә ҙур круиз судноларының килеүе көтөлә
Был турала «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында республика туроператорҙарының береһендә эшләүсе Айгөл Рәхмәтуллина белдерҙе.