Унда Радий Хәбиров һәм Дәүләт думаһы депутаттары, шулай уҡ төбәктең туроператорҙары ҡатнашты. Федераль эксперттар Башҡортостанда тармаҡтың йылдам үҫешен билдәләне. Теманы Гөлфиә Мәҡсүтова дауам итә.
Өфө кампусының Геном үҙәгендә үткән сарала туристик өлкәнең әүҙем вәкилдәре ҡатнашты. Йыйылыусыларҙы сәләмләп, Радий Хәбиров төбәк иҡтисадының мөһим секторы булараҡ туризмды эҙмә-эҙлекле үҫтереү кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Былтыр республикаға ике миллиондан ашыу турист килгән. Әлбиттә, был күрһәткесте арттырып була. Сөнки күп кенә илдәргә сәйәхәт ҡылыу әле мөмкин түгел. Шуға ла, республикала туристарҙың иғтибарын йәлеп итерлек шарттар тыуҙырыу мөһим, тиелде ултырышта. Әйткәндәй, былтыр Башҡортостандың баш ҡалаһы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары үҫеше буйынса ил буйынса алдынғы биш ҡала исемлегенә инде.
Дәүләт Думаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе Александр Демин туристик бизнесты үҫтереү өсөн ҡануни шарттар булдырыу хаҡында һөйләне. Дәүләт Думаһының туризм һәм туристик инфраструктураны үҫтереү буйынса комитеты рәйесе Сангаджи Тарбаев Башҡортостандың тышҡы бәйләнештәрҙе үҫтереү мөмкинлеге юғары булыуын билдәләне. Башҡортостан туроператорының эшмәкәрлеген көйләргә йәки ғәмәлдәге федераль операторҙар менән эшләргә кәрәклеген белдерҙе.
Туризм төбәкте үҫтереү өсөн үҫеш нөктәһе була ала, әгәр әле тармаҡтың дөйөм иҡтисадтағы өлөшө 2 процент ҡына булһа, уны биш процентҡа еткереү бурысы тора. Туризм өлкәһенә һалынған һәр һум бюджетҡа дүрт тапҡырға һалым рәүешендә кире ҡайтарыла. Үҫеш динамикаһын туроператорҙар яҡшы тоя. Туристарҙы йәлеп итеү өсөн республика етәкселеге уңайлы шарттар тыуҙыра. Юлдар төҙөй, урындарҙа бәйләнеш булдыра, билдәле объекттарҙы тәртипкә килтерә. Синергетик эффектты урындағы халыҡ та ала, улар өсөн, үҙ сиратында, яңы эш урындары барлыҡҡа килә, һәм дөйөм алғанда, йәшәү шарттары һәм сифаты уңайлыраҡ була.







