Тарихи күренеш. Дүшәмбе кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәтендә республиканың ике Премьер-министр булды. Уларҙың береһе, легендар шәхес Рафаэль Байдәүләтов. Оҙаҡ йылдар субьекттың Министрҙар кабинеты рәйесе вазифаһын иң юғары кимәлдә үтәгән Рафаэль Ибраһим улы үҙенең 80 йәшен билдәләй. юбилярҙың хеҙмәте, Башҡортостан үҫешенә индергән өлөшө “Халыҡтар дуҫлығы” ордены менән билдәләнде.
Башҡоростандың әлеге хөкүмәте алдында иһә яңы бурыстар. Исемлектәге пункт – Федоровка район үҙәгендәге мәҙәниәт һарайын төҙөкләндереү. Тағы бер маҡсат – Ишембай ҡалаһындағы майҙанды тәртипкә килтереү, урындағы паркта шарттар булдырыу. Ишембайҙағы үҙгәрештәр бының менән бөтмәй. Райондағы Верхотор ауылындағы тарихи ҡомартҡы — баҡыр иретеү заводы биләмәһе тиҙҙән туристик үҙәккә әйләнергә тейеш. Бының өсөн федераль грант ҡулланыла.
Тик бына Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министрлығы етәкселеген алыштырыуҙары ихтимал. Стәрлетамаҡта уҙған “Сауҙәгәр” фестиваленә ведомство “Башҡорт оҙон ғүмерлеге” программаһына ярашлы, сәйәхәтселәр менән бер автобус та ебәрмәгән.
Ә бына республиканың башҡарма власть органдары вәкилдәрен был аҙнала ҙур сәйәхәт, дөрөҫөрәге эшлекле сәфәр көтә. Шәмбелә Санкт-Петербургта “Башҡортостан көндәре” асыла. Радий Хәбиров был форумға айырым иғтибар кәрәклеген белдерә.
Авариялар, һаулыҡ һаҡлау һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендәге көндәлек мәсьәләләр, райондар тормошо. Быларҙың барыһына ла ентекле анализ бирелде. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың әле тағы бер хәстәре – ураҡ. Был кампанияның бөгөн иң ҡыыҙу мәле. Ҡайһы бер райондарҙа ужым арышы төшөмө гектарынан 40 центнерға етә. Ырҙын табаҡтарына 2 миллион тоннаға яҡын яңы уңыш ташылған. Дүшәмбе кәңәшмәһендә, аграр секторға айырым иғтибар булды. Уларҙың береһе – республикала солоҡсолоҡто үҫтереү. Программаға республика бөгөндән 20 миллион һум бүлергә әҙер.
Бал ҡортона – умарта, ә кешеләргә фатир, таҙа подъездар, һыу үткәрмәгән ҡыйыҡтар кәрәк. Һуңғыһына бәйле мәсьәләләр яйлап булһа ла хәл ителеп бара. Бөгөнгә 21 районда 800-гә яҡын подъезда ремонтлана лифттар алыштырыла. Башҡорт ихаталары программаһының быйылғы өлөшөн үтәү өсөн тағы бер ай ваҡыт бар. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә уҙған кәңәшмәлә социаль тармаҡ – граждандарҙы эш менән тәьмин итеү хаҡында етди фекер алышыу булды. Найм, йәғни граждандарҙы эшкә яллау, теләгәндәргә өҫтәмә һөнәр биреү – быларҙың барыһы ла хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметергә юл буласаҡ. Кадрҙарға ҡытлыҡ янауын бер кем йәшермәй.
Дүшәмбе кәңәшмәһе уҙған аҙнаға йомғаҡ яһау түгел. тап ошо һөйләшеү республиканың артабанғы стратегик үҫешен билдәләүҙең бер аҙымы.






