Был хаҡта Республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Хөкүмәт ултырышында туризм буйынса дәүләт программаһын 2023 йылға тиклем бойомға ашырыу саралары раҫланды. Республикаға туристар ағымының артыуы һуңғы йылдарҙа әүҙем үткән мәртәбәле йыйындар, күләмле саралар һөҙөмтәһе, тип билдәләне Рөстәм Зәки улы. Туризм инфраструктураһын үҫтереү менән төбәкте киң мәғлүмәт даирәләрендә танытыу ҙа үҙ емештәрен бирә.
Башҡортостанда туризмды үҫтереү мөмкинлеге бар һәм ул нығынырға тейеш
Тулыраҡ: Башҡортостанда туризмды үҫтереү мөмкинлеге бар һәм ул нығынырға тейеш