Пенсиялар арта

1 апрелдән республикала 100 мең пенсионерҙың пенсияһы арттырыла. 2022 йылдың 1 апреленән дәүләт пенсия тәьминәте буйынса пенсия, шул иҫәптән социаль пенсия, 8,6 процентҡа арта. Хаҡлы ялдағының үткән йылдағы йәшәү минимумы үҫешен иҫәпкә алып, 1 апрелдә йыл һайын пенсия күләме арттырыла. Ошо хаҡта Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһенән хәбәр иттеләр.

«Республиканың 99 947 пенсионерына арттырылған пенсия түләнергә тейеш», — тине Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.

Быйыл индексация 7,7 процент кимәлендә планлаштырылғайны. Әммә, Рәсәй президенты Владимир Путиндың йәшәү минимумын һәм страховка пенсияларын 8,6 процентҡа индексациялау тураһындағы ҡарарҙарын иҫәпкә алып, 2022 йылдың 1 апреленән социаль пенсиялар ҙа 8,6 процентҡа арта.

Бынан тыш, хәрбиҙәрҙең инвалидлыҡ буйынса дәүләт пенсиялары, һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә, тол ҡатындарына ҡараусыһын юғалтыу осрағы буйынса түләнгән пенсиялар, Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарының һәм яугирҙәренең инвалидлыҡ буйынса пенсиялары, радиация йәки техноген һәләкәттәр һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының ҡартлыҡ буйынса пенсиялары арттырыла.

Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройҙарына, Дан ордены, Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» Беренсе дәрәжә ордены менән бүләкләнгән граждандарға өҫтәмә айлыҡ матди тәьминәт күләме индексациялана.