Республикала икенсе ярты йыллыҡҡа ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды

1 апрелдән 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына 6 мең баҫмаға яҙылыу башланды. Ошо хаҡта Федераль почта элемтәһе Башҡортостан идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

4-14 апрелдә яҙылыусыларға компания нәшриәт йорттары менән берлектә 1 мең 800 гәзит-журналға, шул иҫәптән Башҡортостанда сығарылған 140-тан ашыу республика, район һәм ҡала гәзит-журналдарына 30 процентҡа тиклем ташлама яһай.

Ваҡытлы матбуғатҡа Рәсәй почтаһы каталогы буйынса ла яҙылырға мөмкин. Исемлектә – 6 меңдән ашыу, шул иҫәптән Рәсәй халыҡтары телдәрендәге нәшер ителәг баҫма бар. Улар араһында – ижтимағи-сәйәси, күңел асыу һәм тар махсуслашҡан гәзит-журналдар.

Гәзит-журналдарға Рәсәй почтаһы сайтында йәки күсмә ҡушымтаһында, почта бүлексәләрендә йәки почтальонды өйг саҡыртып яҙылырға була.