Өфө – йүгеректәр ҡалаһы, тиҙҙән ул иң йәшел ҡалаға ла әйләнә

Ошо һәм башҡала менән бәйле башҡа мәсьәләләр тураһында ҡала хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә һүҙ барҙы

Үткән шәмбелә "Милләт кросы" – ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы. Ул 2004 йылдан алып йыл һайын үткәрелә. Йүгеректәр тәүге тапҡыр быйыл Ағиҙел яры буйында 2 мең метрлыҡ дистанцияны үтте. Ярышта күрше төбәктәрҙән дә ҡунаҡтар ҡатнашты. Иң оло ҡатнашыусыға 75 йәш. Ул Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаһынан килгән. Был аҙнала йүгерергә яратыусыларҙы яңы майҙан көтә. Ә 2 октябрҙә ошонда уҡ спорт ориентиры буйынса ярыш көтөлә.

Баш ҡаланың Геофизиктар урамында үҙенсәлекле яҡтыртыу бағаналары ҡуйылды. Ратмир Мәвлиев фекеренсә, яңы төҙөлгән кварталдарҙа был алымды ҡулланырға була, әммә үҙәк урамдар классик стилде һаҡларға тейеш. Ҡаланы йәшелләндереү эштәренең көҙгө этабы башланды.

Баш ҡала халҡы шәмбе өмәләрендә 4 меңләп ағас һәм ҡыуаҡтар ултырта.

Коронавирус менән бәйле хәл хәүефкә һала. Башҡортостан буйынса Роспотребнадзорҙың эпидемиологик күҙәтеү бүлеге белгесе Зөлфиә Камаева сығышынан төбәктә вирус йоҡтороусылар һаны арта. Был сир тәүлегенә 700-800-ләп, ә баш ҡалала 200-ләп кешелә асыҡлана. Киҫкен респиратор вируслы инфекция менән сирләүселәр арта, уларҙың 35 проценты балалар. Пневмония менән сирләүселәр һаны ла үткән аҙна менән сағыштырғанда күберәк.

Граждандарҙы яҡлау тидаралығы етәксеһе Рафаэль Әхмәтов, үткән аҙнала ғәҙәттән тыш хәлдәр күҙәтелмәне, тип белдерҙе. 38 янғын сығыу осрағы теркәлгән. Үткән йылдың ошо арауығы менән сағыштырғанда был күрһәткес кәмерәк. Янғында 3 кеше һәләк булған. 7 кеше бейек урындарҙан ҡолап төшөп йәрәхәтләнгән, 4-һе үлгән. Бинаға мина һалыу тураһында 8 хәбәр ҡабул ителгән, барыһы ла ялған хәбәрҙәр.

Үткән аҙнала ҡыҙыҡлы ваҡиғалар ҙа булды. Ағиҙел йылғаһында һыу аҫты ҡотҡарыусыларының күнекмәһе ваҡытында водолаздар археологик ҡомартҡыларға юлыҡты. Ә бына криминоген хәл 5-18 сентябрҙә бик үк тыныс булмаған. Күп енәйәттәр иҫерек килеш башҡарылған, эсеп руль артына ултырыусылар 95 кеше. 524 юл-транспорт фажиғәһендә 4 кешенең ғүмере өҙөлгән. Өфө йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙер. Был турала Өфө хакимиәтенең ҡала йәшәйешен тәьмин итеү идаралығы етәксеһе Асҡар Батталов иғлан итте. Әҙерлек эштәре 14 сентябргә тамамланған.

Социаль өлкәгә килгәндә, 600-ҙән ашыу йорт һалҡындарға әҙер. Йылытыу, һыу, газ селтәрҙәре ремонтланған. Йылытыу мәсьәләләре буйынса быйыл да ҡала штабына мөрәжәғәт итергә була. Былтыр ҡыҙыу линияға 40 меңләп шылтыратыу ҡабул ителгән. Өфөлә тәүге тапҡыр "Транспорт һәм төҙөлөш" Халыҡ-ара конгресы бара. Ул кесаҙнаға тиклем дауам итә.