Өс фатирҙы һәм техник бинаны ремонтлауға ҡала бюджетынан 11 миллион һум аҡса бүленде. Тергеҙеүҙе сентябрь аҙағына тамамлау күҙаллана. Эштәр барышы хаҡында беҙҙең киләһе сюжетта.
БПЛА шартлаған йорт диуарҙары әлегә ҡором менән ҡапланған. Бәхеткә янғында кешеләр зыян күрмәне, әммә бер нисә фатирға зыян килтерҙе. Пилотһыҙ аппарат күп ҡатлы йорттоң 13-сө техник ҡатына эләккәйне. Был урын ул 20 сантиметрға шылған. Ҡала хакимиәте бинаны тулыһынса үҙ иҫәбенә төҙөкләндерәсәк.
Шартлауҙан зыян күргән 85 тәҙрәнең 82-һе яңыртылған. Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов ремонт башланыу барышы менән танышты. Белгестәр бинаны әле ҡоромдан таҙарта һәм боҙолған конструкцияларҙы һүтә.
Тәү сиратта эшселәр алдында коммуналь селтәрҙәрҙе тергеҙеү бурысы тора. Эштәрҙе башҡарыу өсөн ҡтмарлы объекттар менән эш тәжрибәһе булған подрядсы ойошма һайлана. Ула быға тиклем Сипайловолағы авария хәлендәге йортто һүтеү менән шөғөлләнгән.
Иң ҡатмарлы эштәрҙең береһе 10-сы ҡатта урынлашҡан фатир. Бында түбә емерелә башлаған.
Өс фатирҙы һәм техник ҡатты тергеҙеүгә 11 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Шулай уҡ ҡала властары зыян күргән фатир хужаларына 7 миллион һум самаһы компенсация түләйәсәк.
Контракт буйынса Ғафури урамындағы йортто төҙөкләндереү 30 сентябргә тамамланырға тейеш, ләкин подрядсы ойошма алдында эштәрҙе көҙ башына тиклем йомғаҡлау бурысы ҡуйылған. Беренсе сиратта йылытыу миҙгеле башланғансы инженер селтәрҙәрен яңыртыу. Артабан йорт хужаларына фатирҙарын косметик ремонтҡа тапшыралар.







