Ошо сәбәпле барлыҡ хеҙмәттәр көсәйтелгән тәртиптә эшләй. Росавиация ҡарарына ярашлы, “Өфө” халыҡ-ара аэропорты самолеттарҙы рейстарға сығарыу, ситтән борттар ҡабул итеүҙе билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерҙе.
Республикала “пилотһыҙ осоу аппараттары хәүефе” иғлан ителде
Башҡортостан биләмәһендә махсус режим ғәмәлдә булыуы тураһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты хәбәр итә.







