7 йәшлек Радмир атаһын оҙата. Улы менән бергә Роберт Йосопов янында барлыҡ туғандары һәм ауылдаштары. Беҙ яңғыҙ түгел, ти егет. Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә өлөшләтә мобилизация буйынса Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарынан ир-егеттәр саҡырылған. Башҡортостан башлығы ир-егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә оҙатып, республика уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап та ярҙам күрһәтәсәк, тип белдерҙе. Ир-егеттәр төрлө йәштә, төрлө һөнәр эйәләре. Хәрби бурыстарын үтәп, араларында ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткәндәре лә бар. Автобустар Рәсәй хәрби частәренә юлланды. Ир-егеттәр бында төркөмдәргә бүленеп, хәрби курстар үтәсәк. Украинала баш күтәргән нацистарға ҡаршы көрәшеүселәр сафын тулыландырыусыларҙың һәр береһе илебеҙҙең мөстәҡиллеген, бөтөнлөгөн, бойондороҡһоҙлоғон яҡлау кәрәклеген яҡшы аңлай.
Республиканың күп кенә район һәм ҡалаларында махсус хәрби операцияға юлланыусыларҙы оҙатыу саралары үтте. Көнбайыштың Рәсәйгә ҡарата агрессив сәйәсәте барлыҡ сиктәрҙе лә үтте. Беҙҙең илебеҙгә, халҡыбыҙға ҡарата даими янауҙарҙан, хатта, ҡурҡытыуҙан да тартынмай улар. Америка, Лондон Брюсселдәге айырым сәйәсмәндәр Украинаға заманса ҡорал биреү тураһында ғына түгел, Киевты хәрби хәрәкәттәрҙе Рәсәй биләмәһен күсереүгә этәрә. Республика башлығы депутаттарҙы илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителеү уңайынан төбәктәрҙә мәғлүмәт-аңлатыу эштәре алып барырға саҡырҙы. Радий Хәбиров "Ҡала һәм райондарға сығып кешеләр менән осрашыуҙар ойошторорға, махсус хәрби операция маҡсаттары менән өлөшләтә мобилизация шарттары тураһында белешмә бирергә кәрәк", — тип белдерҙе.