Башҡортостандан бер төркөм яугирҙәр СВО-ға юлланды

Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың бер төркөмө юлға сыҡты

Улар ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡайны. Һалдаттарҙы оҙатырға ғаилә ағзалары, туғандары, дуҫтары килде. Өфө-Арена боҙ һарайы алдындағы майҙанда уларға хакимиәт һәм хәрби комиссариат вәкилдәре лә изге теләктәрен әйтеп ҡалды. Атай-әсәләре, тормош иптәштәре, балалары уларҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын үтенеп, оҙаҡ ҡына ҡосаҡтарынан ебәрмәне. Әле яу яланында булған яҡташтарыбыҙға яҡындары ялдан китеүселәр аша посылкалар биреп ебәрергә ашыҡты. Ә егеттәр хеҙмәттәштәре янына тиҙерәк барып етергә теләүҙәрен белдерҙе.