Өлөшләтә мобилизация кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән төп мәсьәлә. Уға бәйле бар һорауҙарға оператив яуап бирер өсөн республикала телеграмм каналындағы "Объясняем. Башкортостан" ресурсы нигеҙендә махсус чат-бот асылған. Ситуацион үҙәк тә 122 һәм өҫтәмә бер һандарын йыйып, шулай уҡ ғәҙәттәге 218-19-19 телефонына шылтыратып борсоған һорауҙарға яуап һәм социаль селтәрҙәге фекерҙәр буйынса белешмә бирә. Был хаҡта Башҡортостан башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская хәбәр итте. Әлегә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылырға тейеш граждандарҙың 30 проценты хәрби комиссариаттарға үҙ ирке менән килгән. Башҡортостандың һәр төбәгендә саҡырыу комиссияларының эше ойошторолған. Бөгөнгә тәүге командалар хәрби әҙерлек үтеү урындарына оҙатылды. Мобилизация комиссияларын муниципалитет башлыҡтары етәкләй. Улар республика башлығынан мөһим йөкләмә алды. Резервистарҙың эш урыны ла һаҡланһын, тине Радий Хәбиров. Бынан тыш, республика башлығы йәмәғәт башланғысы менән эшләгән советниктар исемлеген көтә. Биш кәңәшсе артабан мобилизацияланғандарҙың хәрби әҙерлек урынында һалдаттарҙың көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙе яйға һала. Шунда уҡ кәрәкле дарыуҙар тупланмаһы менән фельдшерҙар эшләйәсәк. Урындағы киң мәғлүмәт саралары ялған хәбәрҙәрҙе иҫкәртеү эшен көсәйтергә бурыслы. Резервистарҙың тыуған яҡта ҡалған ғаиләләренә ярҙам ойоштороуҙы "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе үҙ иңенә ала.
Өлөшләтә мобилизация буйынса һорауҙар менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Резервистарҙың тыуған яҡта ҡалған ғаиләләренә ярҙам ойоштороуҙы "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе үҙ иңенә ала.