Әлегә йырһыҙ, әммә рәттәр тип-тигеҙ. Башҡортостандан Һарытау өлкәһенә килгән резервистар хәрби әҙерлек үтә башлаған. Бер төбәктән мобилизацияланғандарҙы хәрби частың етәкселеге айырмаҫҡа тырышҡан.Тыуған төбәктең ярҙамы беренсе көндән үк һиҙелә. Яҡындарҙан посылка, гуманитар ярҙам да йөк машиналары менән ташыйҙар. Октябрьскиҙан ғына бер юлы биш ылау килгән. Башлыса, йылы кейемдәр алып киләләр. Башҡортостандан мобилизацияланғандарҙың хәрби әҙерлек урынын Радий Хәбиров та барып күрҙе.
Төбәк башлығы резервистарҙы йәмәғәт башланғыстарындағы үҙенең кәңәшсеһе Евгений Гончаров менән таныштырҙы. Уның маҡсаты – килеп сыҡҡан һорауҙарҙы урында уҡ хәл итеү. Республика етәксеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарға һәм уларҙың яҡындарына даими ярҙам итергә вәғәҙәләне. Резервистарҙың йәшәү шарттары менән Радий Хәбиров танышты. Биналарҙа ҡайнар аш ойошторолған, "ялан кухняһы" ла бар. Ир-егеттәр палаткаларҙа йәшәмәй. Уларға хәрби форма ла тарата башлағандар. Радий Хәбиров мобилизацияланыусылар янына бер үҙе генә килмәгән. Уның менән хөкүмәт ағзалары, ҡала һәм район етәкселәре лә бар. Ир-егеттәр уларға ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Килеп сыҡҡан мәсьәләләр урында уҡ хәл ителәсәк. Мобилизацияланыусылар Һарытау өлкәһендә тағы ла бер ай тирәһе буласаҡ. Хәрби әҙерлек барғансы, төбәк башлығы бында тағы ла килермен, тип вәғәҙәләне.